Найти тему
Башҡортостан гәзите

Конкурста Рәсәй төбәктәренән ҡатнашалар

8-10 октябрҙә Өфө ҡалаһында "Иң яҡшы педагогик династия" Бөтә Рәсәй конкурсы ойошторола. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала. Бәйгенең маҡсаты – уҡытыусы һөнәренә һөйөү уятыу, педагогик династияларҙы күрһәтеү. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, конкурстың беренсе этабында илебеҙҙең 78 төбәгенән 633 уҡытыусылар династияһы ҡатнашырға теләк белдергән, ә бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғы шуларҙың 21-енә бирелгән. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай мәртәбәле ярыштың Башҡортостанда уҙғарылыуы – шатлыҡ та, ғорурлыҡ та. Фото: Илдар Аҡъюлов.