-Был милли йоланың сәбәпселәре - законлы никахҡа ингән матур пар Гүзәлиә һәм Ғәзизйән Сафиндар. Йәштәрҙе Һарыла шишмәһе янында йыр-моң менән ҡаршы алдыҡ. Зифа апай Юлсурина һәм Тәнзилә апай Йәнғәлина килендең биҙрәләрен шишмә һыуы менән тултырғандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Ғәзизйән менән Гүзәлиәгә иң изге теләктәрен теләне. Йәштәрҙең күңелендә был көн иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, үтер юлдарығыҙ уң, оҙон, мөхәббәтле булһын! – тип хәбәр итәләр Ғәҙелгәрәй ауыл китапханаһы төркөмөндә. Фото: "Таң" гәзитенән.