Найти тему
Башкортостан 24

Камерун-Нигер тоҡомло кәзәләр

   Камерун-Нигер тоҡомло кәзәләр
Камерун-Нигер тоҡомло кәзәләр

Камерун-Нигер тоҡомло кәзәләр

Йәрмәкәй районы Атамкүл ауылына Хабаровск ҡалаһынан күсеп килгән Петропавловскийҙар ғаиләһе Камерун-Нигер тоҡомло 30 кәзә үрсетә. Был кәзә тоҡомоноң үҙенсәлеге һәм ғаиләнең көн күреше менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсңтова танышты. Саф һауа, тыныслыҡ, хозур тәбиғәт һәм кәзәләр. Был Петропавловскийҙар ғаиләһенең күптәнге хыялы. Ғаиләнең Йәрмәкәй районы Атамкүл ауылына күсеп килеүенә тик бер нисә генә көн. Әммә хужалыҡ гөрләп тора. Ольга Башҡортостанда Нефтекама ҡалаһында тыуған. Әммә бәләкәйҙән Алыҫ Көнсығышта йәшәй. Александр Владивосток егете, бер береһен улар Хабаровск ҡалаһында осрата һәм тормош ҡороп ебәрә.Алыҫ Көнсығыштан бәләкәй ауылға күсеп килеүҙең сәбәбенең береһе, дөрөҫ туҡланыу, ти хужабикә. Камерун-Нигерия тоҡомло кәзәләр үрсетеү ҙә шуға бәйле. Был кәзәләрҙең һөтө файҙалығы, туҡлыҡлығы буйынса әсә һөтө менән бер, ти хужабикә.Хужалыҡта әле 30 кәрлә кәзә бар. Уның һөтөнөң майлылығы 6 проценттан 14-кә тиклем етә. Был кәзә һөтөнөң үҙенсәлекле тәме һәм еҫе юҡ. Кәзәләрҙең бәләкәй булыуы, транспортлау өсөн уңайлы.Кәзә һөтөнән эремсек, ҡаймаҡ, май һәм сыр ҙа эшләй хужабикә. Камерун кәзәләренең һөтөнөң майлылыҡ проценты ҙур булыуы сыр эшләү өсөн бик тә яҡшы. Ольга, сыр эшләүҙең серҙәрен төрлө китаптар уҡып өйрәнә. Төрлө ысул менән эшләп ҡарап, үҙ рецебын да тапҡан.Петропавловскийҙар ғаиләһе алдағы тормошҡа ҙур пландар ҡороп йәшәй. Ғаилә башлығы әле төҙөлөш эштәре менән мәшғүл. Хужалыҡты ҙурайтып кәзә һөтөнән эшләнгән сыр һатыу хыялы менән йәшәй Петропавловкийҙар ғаиләһе.

Смотрите видео

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».