Ағас ултыртыу-изге ғәмәл Башҡалала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы башланды. Өфөнөң бөтә райондарындарында ла күпләп ағас ултырталар, яңынан яңы аллеялар барлыҡҡа килә. Тулыраҡ беҙҙең киләһе сюжетта.Сипайлово биҫтәһендә «Ғаилә аллеяһының» барлыҡҡы килеүе осраҡлы түгел. Тәбиғәткә һөйөүҙе бала күңелендә тап ата-әсәләр уята. Уны һаҡлау һәм хәстәрләү ҙә ғаиләлә тәрбиәләнә. Шуғалыр Йәшел Башҡортостан акцияһына күптәр ғаиләләре менән килгән. Яңы аллея 6 тиҫтәгә яҡын йәш ағас менән тулыланды. Йәшеллектән тыш ял итеүселәр өсөн башҡа уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Һәр ағасҡа уның тураһындағы мәғлүмәт менән таҡта беркеттеләр. Унда үҫентенең төрө, ҡайҙан килтерелгән, кем ултырҡаны һәм башҡа мәғлүмәт яҙылған. Ойоштотоусылар әйтеүенсә, йәмғеһе 450 –ләгән эре ағас ултыртыласаҡ.Ә башҡаланың Дим районында « Фән аллеяһы » барлыҡҡа килде. Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә акцияла төҙөлөш ойошмалары ағзалары, һаулыҡ һаҡлау һәм спорт өлкәһендә эшләүселәр,ҡала активистары һәм педагогтар үҙҙәре ҡатнашты. «Фән аға