Август башында йөрәктәрҙе өтөп хәбәр таралды: махсус хәрби операцияла Алмас Хужин һәләк булған! Эйе, бармаҡтарына күҙ эйәрмәй гармун уйнаған Белорет егете. Талантлы мәҙәниәт хеҙмәткәре Белорет районының Йөйәк (Зөйәк) ауылынан ине. Архангел районында мәҙәни усаҡта эшләгән. Күптәр был ауыр хәбәрҙең ысынлығына шикләнде, ышанғыһы килмәне. Әммә Алмастың 4 июлдә вафат булғаны раҫланды. Кисә инде Йөйәк ауылында батыр яугирҙе һуңғы юлға оҙаттылар. Был турала тележурналист, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова "Йәшлек дуҫыбыҙҙы ерләнек" тип яҙһа, Алмастың ауылдашы - юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы Зәки Әлибаев ҙур бер яҙма бағышланы. "Алмас Әсҡәт улы Хужин... Һуңғы айҙарҙа был исем күптәрҙең телендә. Гармунда уйнап төшкән видеотаҫмаһын күргәс, М. Кәримдең Үлмәҫбайы иҫкә төштө. "Ошо гармунға бейетербеҙ әле оҙаҡламай хохолдарҙы!" Берсә шаяртып, берсә нәфрәтләнеп әйткән һүҙҙәрендә лә зөйәксә генә күп мәғәнәле йылмайыу ине... Әйткәндәй, ҡустының тормош юлы бик ҡатмарлы, ауыр булды. Б