...Ҡала паркында күсмә никах теркәү тантанаһы бара. Автор сараны видеоға теркәй. Әммә уның иғтибары кәләш менән кейәүҙә түгел, ә ситтәрәк торған оло йәштәге өләсәйҙә. Үҙенең йомошо менән китеп барған мосолман әбейе, туҡтап, тантананы күҙәтә, ҡунаҡтарға ҡушылып ихлас ҡул саба, ә үҙе йәштәргә яратып, һоҡланып ҡарай. Бөхтә күлдәктә, яулығын боронғоса яҙып ябынған, ҡулында – таянған таяғы. Интернет комментарийҙар менән тулды, видеояҙма пабликтан пабликка осто... Мин тап булған төркөмдә генә уға 180 меңгә яҡын лайк ҡуйғандар, 8 миллион 200 мең тапҡыр ҡарағандар ине. Комментарийҙар иҫ киткес ихлас, йылы. Барыһы ла оло инәйгә һоҡлана һәм был матур яҙманы төшөргән авторға рәхмәт әйтә. Күптәре "иланым", "рәхмәт", "үҙен барып ҡосаҡлағым килде", "минең өләсәйемде хәтерләтте", "һағынам" ти. Бер нисә фекерҙе килтерәм. Гөлнара Әмировна:"Һөйкөмлө. Унан шул тиклем йылылыҡ бөркөлә. 100 тапҡыр ҡараным..." Наталья Игнаткина: "Ой, ниндәй тулҡынландырғыс осрашыу... Илап та алдым... Өләсәйгә һаулыҡ һәм оҙон