Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кешеләр ...виноград йыйып алып бөттө

Элек беҙҙең яҡтарҙа һирәгерәк осраған емеш-еләкте хәҙер һәр төбәктә лә үҫтерәләр. Уңғандар ҡарбуз, ҡауын, абрикос уңышы йыя. Интернетта виноград емеше фотоһүрәттәрен һалған кешеләр күбәйҙе. Әйткәндәй, хатта төньяҡ һаналған Салауат районында ла уны үҫтерәләр икән. Өфө районында йәшәгән йырсы Сәғиҙулла Байегет: "Быйыл да баллы виноград уңышынан тәмләргә Хоҙай насип әйләне!" - тигән. Баймаҡтан бөтәбеҙгә лә билдәле оҫта хужабикә Гөлгөнә Байегетова иһә: "Бөгөн көн матур, йәй кеүек йылы булды, тышҡа сығып үҙемдең бәләкәй генә виноград "плантацияһында" эшләнем. Әле һаман йыйып ала алмаған виноградымды йыйҙым, ике оло йәшник булды. Үҙем үҫтергән ҡыуаҡтар әллә ни ныҡ ҙур түгел, шулай ҙа булғанына шөкөр, инде уларҙы ашарға һәм ҡышҡылыҡҡа компот итеп ябаһы ҡалды", - тип, сәхифәһендә күп кенә фотолар һәм видеолар ҡалдырған. Салауат районында йәшәгән курсташым, төркөмдәшем, хеҙмәттәшем Шамил Әхмәтшин да: "Виноград уңышы менән ҡыуандырҙы. Ә теплицала - ҡыяр һәм помидор", - тип һөйөнгән. Ә бына Илеш районынан Данил Шәһәбетдинов барыһынан да уҙҙырған, ахыры. Ул баҡсаһында 80-дән ашыу виноград сортын үҫтерә икән. Ветеран-уҡытыусы - оҫта баҡсасы. Виноградты 35 йылдар элек уның атаһы үҫтерә башлаған. 10 йыл элек үҙе лә был эш менән ҡыҙыҡһынып китә. Афарин! Фотолар һәм видео: С. Байегет, Г. Байегетова, Ш. Әхмәтшин сәхифәләренән, "Маяҡ" гәзитенән.