Найти тему
Башҡортостан гәзите

Олег Дубровскийға рәхмәт!

Махсус хәрби операциялағыларға республика халҡы ярҙам итеүҙән туҡтамай. Бигерәк тә алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр күп. Шуларҙың береһе - уңышлы эшҡыуар, Благовещен районының Николаевский ауыл советына 29-сы саҡырылыш депутаты Олег Дубровский. Олег кемдеңдер күрһәтмәһе өсөн түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса хәрбиҙәрҙе кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә ҡатнашырға хәл иткән. Ул фронт позицияларын тергеҙеү һәм төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары, алғы һыҙыҡтағылар өсөн шәхси кәрәк-яраҡ алып ебәргән. Эшҡыуарҙың был аҙымы күптәрҙә һоҡланыу һәм рәхмәт тойғоһо уята. Ул яугирҙәрҙең ата-әсәһенә, яҡындарына айырым рәхмәт еткергеһе килә, ә яугирҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.