Өфөләге вуз-ара кампуста гринфилд-проекттар әҙерләү өсөн Фотоника үҙәген, Наноүҙәк һәм Нанофаб урынлаштырырға ниәтләйҙәр. Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, профессор Вадим Захаров IQ-парк майҙансыҡтарында, лабораторияларҙа һәм инновация үҙәктәрендә нанотехнологияларҙы үҫтерергә тейешле яңы проекттар хаҡында һөйләне. - Кампус интеллектуаль үҙәк буласаҡ, унда төбәктең фронтир тикшеренеүҙәре тупланасаҡ. Өфө университеты кампустың беренсе сиратында туғыҙ алдынғы лабораторияла һәм өс инновация үҙәгендә үҙенең стратегик проекттарын үҫтерәсәк. 2025 йылда сафҡа индереләсәк студенттар кампусының икенсе сираты объекттары үҙ эсенә торлаҡ корпустарын, йәмәғәт-эш урындарын, уҡыу аудиторияларын һәм лаборатория фондтарын ала. Унда беҙ Фотоника үҙәген, Наноүҙәк, Нанофаб урынлаштырырға һәм технологик гринфилд-проекттар әҙерләргә планлаштырабыҙ. Илдәге ҙур Геном үҙәктәренең береһе айырым иғтибарға лайыҡ, унда 10 генетик лаборатория урынлашасаҡ һәм донъя кимәлендәге тикшеренеүҙәр үткәреләсә
Вуз-ара кампуста Фотоника үҙәге, Наноүҙәк һәм Нанофаб урынлашасаҡ
26 сентября 202326 сен 2023
1 мин