27 сентябрь – Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә тәрбиәселәр өсөн үткәрелгән конкурсыбыҙға йомғаҡ яһалды. Унда үҙ эшен мөкиббән яратҡан, ғәжәп уңған, һөйкөмлө, һоҡланғыс һөнәр эйәләре ҡатнашты. Күптәре бәләкәй сағынан уҡ бала ҡарап, уларҙы ихлас яратып, киләсәктә белем һәм тәрбиә биреү өлкәһен һайларға хыял ҡороп үҫкән. Хәҙер инде – үҙ һөнәренең алдынғыһы, хеҙмәттәштәре араһында абруй, хөрмәт ҡаҙанған, ата-әсәләрҙең оло ышанысын яулаған белгестәр улар. Тәрбиәселәребеҙ йәмғиәт эштәрендә лә башҡаларға өлгө күрһәтеп алдан йөрөй, йәшәгән еренең, төйәгенең бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләп изге ғәмәлдәр атҡара, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, үҙ балаларын да милли рухлы итеп тәрбиәләй, ғаиләһендә лә барыһына өлгөрә... Ошондай һоҡланғыс конкурсанттарыбыҙҙы иртәгә буласаҡ һөнәри байрамдары уңайынан ихлас ҡотлап, барыһына ла артабан да уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр, ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ! Конкурстың һөҙөмтәләре шундай: 1-се урында – Өфө ҡалаһының 51-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Шәүрә Ярмуллина, 2-се урында – Әбйәлил районы Ташбулат ауылындағы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Рәхмәтуллина, 3-сө урында – Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилә Хәлимова. Еңеүселәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Вәғәҙә ителгәнсә, уларға “Башҡортостан”дың дипломы тапшырыласаҡ, үҙҙәре, эшмәкәрлектәре хаҡында милли баҫмала мәҡәлә донъя күрәсәк. Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ тәрбиәселәребеҙгә ҙур рәхмәт! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ! Байрамығыҙ менән! һөҙөмтәләр менән ошо һылтанма буйынса үтеп таныша алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll650442b93e97bc103d2a9627 Фото: stihi.ru, конкурсанттарҙың шәхси архивынан.