2022 йылдың 26 сентябренән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эш башлағайны. Бөгөн, теүәл бер йыл үткән көндө был эшмәкәрлеккә бер ни тиклем йомғаҡ яһалды. Бөгөнгә республиканың ирекмәндәр штабында һәм уның бүлексәләрендә ике меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Республикала 63 урындағы штаб эшләй. Ойошма ағзалары яҡташтарына – махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндәрҙең туғандарына, ғаиләләренә ҙур ярҙам күрһәтә. Штаб ирекмәндәре менән бөгөн Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин осрашты. Ул – Башҡортостан эвакуация комиссияһы рәйесе, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары граждандарына ярҙам ойоштороу буйынса оператив штаб рәйесе урынбаҫары. Ул, бер йыл эсендә штаб ыңғай баһаға лайыҡ булды, тип билдәләне. – Бөгөн был мөһим штабтың асылыуына бер йыл тулды. Штаб ирекмәндәренең эше отчеттар буйынса түгел, ә уларҙың ысынбарлыҡтағы эштәре буйынса күренә. Махсус хәрби операция