Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Ҡартатайымдан ҡалған аманат...”

Билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин шәхси сәхифәһендә һирәк осраған башҡорт халыҡ йырын башҡарып ишеттергән. Видеояҙмаға ул түбәндәге аңлатма биргән: "Ниғмәтулла ҡартатайымдан ҡалған аманат. Бик ихлас, егәрле, уңған, бөхтә кеше булды ул...Тормошҡа шәхсән ҡарашы, үҙенә генә хас тәбиғи фәлсәфәһе бар ине. Һүҙгә маһир булды, бәләкәй генә ваҡиғаны ла матур итеп, ҡыҙыҡһындырып һөйләй торғайны. Боронғо йырҙарҙы моңло итеп башҡарҙы. Уның яратҡан йырҙарының береһен отоп алдым", – тип яҙған Заһир Иҫәнсурин. Рухи хазинаның быуындан-быуынға күсә килеүе ҡыуаныслы: тимәк, халыҡ моңо күңелдәрҙә йәшәй һәм илһамландырыуын дауам итә. Фото һәм видео геройҙың шәхси сәхифәһенән. VK DMCA