Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Татырүҙәктәр - тәмле күстәнәстәр, степнойҙар- йылы әйберҙәр әҙерләгән

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә һәр райондан гуманитар ярҙам даими оҙатыла. Көндәр һыуыныу менән яугирҙәргә йылы кейемдәр туплау башланды. Хәйбулла районы халҡы ла был изге эштән ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, Степной ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ҡулдан килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙа. Әле улар йылы әйберҙәр, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек тапшырған. Һыуыҡтар башланыуға бәйле, йөн ойоҡбаштар бәйләгән. Гуманитар ярҙам йыйыу ауыл халҡын тағы ла берләштерә. Татыр-Үҙәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла ауыл мәктәбенең ашханаһына йыйылып, яугир яҡташтары өсөн тәмле күстәнәстәр әҙерләгән. Өй һәм күңел йылыһы һалып бешергән тәмлекәстәр яугирҙәргә ҡатындарының һәм әсәйҙәренең тәмле бешергән аш-һыуын хәтерләтер, уларҙың йылыһын алып барып еткерер, тигән теләктә улар. Әйткәндәй, ялға ҡайтҡан яугирҙәр яу яланында иң көтөп алған күстәнәстәрҙең береһе итеп ҡырҡылған һалманы атаған. Фото һәм текст сығанағы: "Хәйбулла хәбәрҙәре"