Асҡын ауылындағы “Йәшлек” паркында Педагог һәм остаз аллеяларын ултырттылар. Сара "Экология" милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында йыл һайын үткәрелеүсе "Йәшел Башҡортостан" көҙгө экологик акцияһы сиктәрендә ойошторола. Сараны үткәреү башланғысы менән Асҡын ауылы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльвира Шәйхулова сыға. Уның коллегалары: Әлмира Хәбибуллина һәм Татьяна Шербинина үҙ уҡыусылары менән ярҙам күрһәткән. Ағас ултыртыуҙа район хакимиәте башлығы Динис Йосопов ҡатнашҡан. Ул ойоштороусыларға “Йәшел Башҡортостан” көҙгө акцияһына башланғыс һалған яҡшы, патриотик сара өсөн рәхмәт белдергән. Талантлы педагог, әүҙем йәмәғәтсе Петр Васильевичтың улы һәм ейәне булған Дмитрий һәм Александр Борисовтарға аллеяның тәүге ағасын ултыртыу хоҡуғы бирелгән. Тап ул ҡасандыр “Йәшлек” паркын асырға тәҡдим иткән. – Беҙ барыбыҙ ҙа, талантлы педагог, остаз, әүҙем йәмәғәтсе, тыуған иленең ысын патриоты Петр Васильевичты иҫкә алабыҙ һәм хөрмәт күрһәтәбеҙ. Ҡасандыр уның идеяһы менән “Йәшлек” п