Һуңғы өс йылда Башҡортостан Республикаһында Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһын ғәмәлгә ашырыу барышында 330 яңы объект файҙаланыуға тапшырылды һәм 400-ҙән ашыу объект яңыртылды. Яңы объекттар милли символикалы берҙәм стилдә төҙөлгән. Был өлкәлә Кумератала ла ҙур эш алып барыла. Яңы проекттар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә үткәрелгән саралар һөҙөмтәләре буйынса тормошҡа ашырыла. 2023 йылда ҡала округы биләмәһендә өс юл буйы сервисы, йөк шиномонтажы, АГЗС һәм ғәмәлдәге юл яны комплексы янындағы автотуҡталҡа төҙөлөш стадияһында. Эшҡыуарҙар өсөн был өлкәлә дәүләт ярҙамы эшләй – инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү, ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу һәм сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алыу мөмкинлеге. 2023 йылдың 1 июленән республикала Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһы эшләй, ул Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө һәм ҙур инвестиция проекттары исемлегенә индереү өсөн яңы проекттар