"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Сентябрь айы сәнғәт усаҡтары өсөн үтә лә яуаплы, ҡыҙыу мәл. Кем уҙарҙан улар ижад миҙгелен аса. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Абдулла бабай Солтановтың яҡташтары, Учалы филармонияһы артистары.
Ҡунаҡта — филармонияның художество етәксеһе Раушания Мәхмүтова, "Уралтау" бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнур Сөләймәнова, бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Усманов.