Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

Учалы районынан журналист Илфат Янбаев матур яңылыҡ менән бүлеште: яҡташы күрше төбәктә уҙған сарала еңеү яулаған. Был хаҡта бына ул нимә тип яҙа: “Татарстандың Алабуға (Елабуга) ҡалаһында традицион уғатарлыҡ буйынса “Туған батыр” тип аталған Бөтә Рәсәй турниры үтте. Турнирҙы ойоштороусылар –Татарстандың Диниә назараты, Алабуға муниципаль район хакимиәте, урындағы дәүләт музей-ҡурсаулығы, “Тыуған ауылым” милли комплексы, урындағы уғатарҙар клубтары һәм Өфөнән “Мәргән уҡсы” ойошмаһы. Оло байрам шаулап-гөрләп уҙған. Тарихи-мәҙәни экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә-йәрминкәләр үткәрелгән, концерт номерҙары ҡуйылған. Боронғо ата-бабаларыбыҙ һымаҡ, усаҡта, асыҡ утта бешкән ризыҡтар менән дә һыйлағандар ҡунаҡҡа килеүселәрҙе. Иң ҡыуаныслыһы - данлыҡлы мәргәнбикә – Учалы районының Наурыҙ ауылынан Динә Вәлиева тотош илдә иң мәргән уҡсыбикә тип танылды. - Был сағыу милли спорт тантанаһы икенсе тапкыр үткәрелә, ара йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың байтаҡ уҡсылары үҙҙәренең көстәрен һынаны. Ғөмүмән, Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән йыйылған уҡсылар ҡатнашты. Ярыш бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы. Сығышым менән бик ҡәнәғәтмен, сөнки икенсе урынға сыҡҡан уксыны ҡырҡҡа яҡын мәрәйгә артта ҡалдырҙым, миңә был тағы ла нығыраҡ көс һәм дәрт өҫтәгәндәй булды. Ойоштороу кимәле юғары кимәлдә ине, сара оҡшаны, барыһына ла рәхмәт! Форсат булған һайын ярыштарға ашҡынып барабыҙ. Үҙеңде һынап ҡарау, фекерҙәштәр менән аралашыу, ихлас күңелдән сәмләнеү, еңгәндә - шатланыу, еңә алмағанда - сабыр итеү - былар барыһы ла үҙе бер ғүмер. Беҙҙең ғаиләнең девизы – “ Ятып ҡалғансы, атып ҡал!” , - ти Динә ханым. Динә Мәһәҙи ҡыҙы сығышы буйынса Әбйәлил районының Байым ауылынан. Наурыҙ ауылынан Ринат Вәлиевҡа кейәүгә сығып, байтаҡ йылдар килен булып төшкән ауыл мәктәбендә немец теле, хеҙмәт һәм музыка дәрестәренән уҡыта. Уғатарлыҡ менән 2017 йылдан шөғөлләнә, бихисап ярыштарҙың еңеүсеһе йә призеры булған. Хоҙай Тәғәлә биргән таланты, ата-бабаларҙан күскән ҡыйыулығы, тырышлығы үә ныҡышмалығы ошондай һөҙөмтә бирә торғандыр! Гармунда ла өҙҙөрөп уйнай, сәскә-гөлдәргә мөкиббән киткән, йыл һайын баҡсаһында өс йөҙләп үҫенте ултырта - күҙҙең яуын алырлыҡ гүзәллек тыуҙыра. Динә Вәлиеваны сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да хәйерле ғүмер, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!”, тип яҙған Илфат Янбаев. Фото геройҙың шәхси архивынан