Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төбәк кампусын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды

Инновацион белем биреү мөхитен (кампустарҙы) үҫтереүгә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә вуз-ара кампустың төбәк иҡтисадына йоғонтоһо тикшерелде. Сара Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты майҙансығында үтте. Унда “Төҙөлөш тармағының киләсәге: үҫеш перспективалары һәм саҡырыуҙары” Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли симпозиумы үтә. "Түңәрәк өҫтәл"дә Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар буласаҡ объекттарҙың төрлө аспекттарын тикшерҙе, мәҫәлән, уларҙы ҡала инфраструктураһына индереү, ҡала халҡын университеттар һәм студенттар тормошона йәлеп итеү, кампустарҙың белем биреү мөхите стандарты һәм был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн КРТ стандартын ҡулланыу. Сарала ҡатнашыусылар университет кампустарын төҙөүҙәге алдынғы тәжрибәләрҙе тикшерҙе һәм уларҙы төҙөү буйынса тормошҡа ашырылған проекттарҙы ҡараны. Кампустар төҙөү буйынса проект Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тормошҡа ашырған “Фән һәм университеттар” милли проектының бер өлөшө булып тора. Фото һм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/bashkortostan_gov/6723