Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ярҙам саралары 37-гә етте

Башҡортостанда махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына республика яңы ярҙам саралары ҡабул итте. Хәҙер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса ғәмәлдәге саралар исемлеге 37-гә тиклем арттырылды. Был яңы ярҙам саралары исемлеге: – коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡытында түләнмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү; – гранттар алыуҙа эшмәкәрлектең план күрһәткестәренә өлгәшмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү; – “Башҡортостан Республикаһының Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙәр биреү; – балаларҙы йәшәү урынына иң яҡын балалар баҡсаларына күсереүгә өҫтөнлөк биреү; – физкультура-спорт ойошмаларына беренсе сиратта ҡабул итеү хоҡуғын биреү; – мәҙәниәт һәм күңел асыу өлкәһендәге ойошмаларға льготалы йөрөү хоҡуғын биреү. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына түбәндәгеләр ҡарай: – уның менән теркәлгән никахта торған ир (ҡатын); – эшкә яраҡһыҙ йәштәге (уллыҡҡа алыус

Башҡортостанда махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына республика яңы ярҙам саралары ҡабул итте. Хәҙер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса ғәмәлдәге саралар исемлеге 37-гә тиклем арттырылды. Был яңы ярҙам саралары исемлеге: – коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡытында түләнмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү; – гранттар алыуҙа эшмәкәрлектең план күрһәткестәренә өлгәшмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү; – “Башҡортостан Республикаһының Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙәр биреү; – балаларҙы йәшәү урынына иң яҡын балалар баҡсаларына күсереүгә өҫтөнлөк биреү; – физкультура-спорт ойошмаларына беренсе сиратта ҡабул итеү хоҡуғын биреү; – мәҙәниәт һәм күңел асыу өлкәһендәге ойошмаларға льготалы йөрөү хоҡуғын биреү. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына түбәндәгеләр ҡарай: – уның менән теркәлгән никахта торған ир (ҡатын); – эшкә яраҡһыҙ йәштәге (уллыҡҡа алыусылар) ата-әсәләре; – эшкә яраҡһыҙ йәштәге олатай һәм (йәки) өләсәй, әгәр улар уны ата-әсәһе булмау сәбәпле өс йылдан кәм булмаған ваҡыт тәрбиәләгән һәм (йәки) аҫраған булһа; – эшкә яраҡһыҙ йәштәге үгәй ата һәм (йәки) үгәй әсә, әгәр улар уны биш йылдан кәм булмаған ваҡыт тәрбиәләһә һәм (йәки) аҫраһа; – бәлиғ булмаған балалар, – 18 йәшкә тиклем инвалид булып ҡалған18 йәштән өлкән балалар; – белем биреү ойошмаларында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалар. Тейешле документты республиканың Ғаилә, хеҙмәт Һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әҙерләгәндәр (https://t.me/mintrud_rb), (https://t.me/mintrud_rb), шулай уның менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында ҡарарға мөмкин (https://npa.bashkortostan.ru/39761/). Фото сығанағы: Башҡорт батальоны.