Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нәбиевтәр ғаиләһендә йәнә юғалтыу...

Билдәле яҡташыбыҙ, блогер Рөстәм Нәбиев тормошондағы хәлдәр менән йыш уртаҡлаша. Был көндәрҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ғаиләһенә йәнә ҡайғы килгән. Ул күптән түгел генә һәләк булған атаһының бер туған ҡустыһын да һуңғы юлға оҙатыуҙары тураһында хәбәр итте. “Илшат ағайҙың арабыҙҙан китеүе тураһында хәбәр килде. Ул – атайымдың бер туған ҡустыһы. Үлеренә бер нисә сәғәт ҡалғас, күкрәге ауыртыуға зарланған. Тап атайым кеүек...” тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә. Кисә ағайҙарын Рөстәмдең тыуған ауылында, атаһы янында ерләгәндәр. Саҡ иллене үткән ир йөрәктән үлгән. Әйткәндәй, Рөстәм ағаһының ҡәбере һүрәтен дә һалған ине. Унда ирҙең фамилияһы Фәхретдинов тип яҙылған. Блогер аңлатыуынса, улар барыһыла бер туған, тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында өлкән балаларҙы өләсәһәнең фамилияһы, ә бәләкәйҙәрен олатаһының фамилияһы буйынса яҙҙырғандар. “Уйлап ҡараһаң, мин дә Фәхретдинов булырға тейешмен. Тик Нәбиев булып яҙылғанмын”, – ти ул. Фото: социаль селтәрҙәр.