Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда "А-нан Я-ға тиклем” бизнес-туры тамамланды

Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды тарафынан төбәктең эшҡыуарҙары һәм үҙмәшғүлдәре өсөн ойошторолған “А-нан Я-ға тиклем” бизнес-тур Яңауылда тамамланды. Дүрт ай эсендә бизнес-тур республиканың шартлы рәүештә бүленгән бөтә алты төбәгендә лә булды: көньяҡ, үҙәк, Урал аръяғы, көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш. Һуңғыһы Яңауылда үтте һәм республиканың төньяҡ-көнбайышындағы 11 муниципалитетты: Асҡын, Балтас, Борай, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондарын, шулай уҡ Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларын берләштерҙе. – “А-нан Я-ға тиклем” бизнес-туры – төбәктең бизнес-берләшмәһе менән диалогты яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек биргән ҙур проект. Эшҡыуарҙар менән аралашҡанда беҙ үҙ-ара хеҙмәттәшлектең һайланған форматының бөгөнгө көндә иң кәрәкле һәм көнүҙәк булыуын күрәбеҙ. Шуға күрә киләһе йылда был проектты тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү планлаштырыла, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. “А-нан Я-ға тиклем” бизнес-турын Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм “Минең бизнесым” үҙәге ярҙамында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды ойошторҙо. Сараның маҡсаты – ҡатнашыусыларға бизнесты уңышлы алып барыу өсөн файҙалы булған дәүләт ярҙамы саралары һәм сығанаҡтары тураһында мәғлүмәт биреү. Бизнес-тур сиктәрендә ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡтың төрлө аспекттары менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды: бизнесты теркәүҙән алып масштаблауға тиклем. Бизнес өлкәһендәге белгестәр һәм эксперттар үҙҙәренең тәжрибәһе һәм белеме менән уртаҡлаша, ҡатнашыусыларға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Төрлө дәүләт органдары һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары вәкилдәре эшҡыуарҙар өсөн финанс ярҙамы, гранттар һәм льготалы кредиттар алыу мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. – Беҙ 1000-дән ашыу кешене “А-нан Я-ға тиклем” бизнес-турҙа ҡатнашыуға йәлеп итә алдыҡ. Был асыҡ диалог форматына ихтыяж булыуын, бөгөнгө көндә ғәмәлдә булған дәүләт ярҙамы сараларына һәм беҙҙең төбәктә бизнесты үҫтереү мәсьәләләренә ҙур ҡыҙыҡһыныу булыуын дәлилләй. Эшҡыуарҙарҙың бөтә эшләнмәләре һәм теләктәре анализлана һәм бизнес өсөн дәүләт ярҙамының һөҙөмтәлелеген һәм асыҡлығын арттырырға ярҙам итәсәк тәҡдимдәр нигеҙенә һалына, – тине Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фондының генераль директоры, бизнес-тур модераторы Элиана Сәйетова. “А-нан Я-ға тиклем” бизнес-туры Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарҙары өсөн мөһим ваҡиғаға әүерелде һәм иҡтисадтың был мөһим секторына ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген раҫланы. Ойоштороусылар сарала алынған мәғлүмәт һәм белем ҡатнашыусыларға үҙ бизнесын үҫтерергә һәм төбәктең иҡтисади үҫешенә ярҙам итер, тигән ышаныс белдерҙе. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru