Күптәр яратып тыңлаған йәш йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә әүҙем рәүештә үҙенең хәле, хис-тойғолары, кисерештәре менән уртаҡлаша. Был ялдарҙа ла ул күңелгә тейерлек яҙма ҡалдырған. Гөлназ әйтеүенсә, ул ошо арала концерт турына сығып китә. Уға был юлы ғаиләһе менән айырылыуы бик ауыр булған. Быны дәлилләп ул илап ултырған фотоһын да һалған. “Ғаиләңде оҙаҡҡа ҡалдырып китеүе шул тиклем ауыр. Йөрәк өҙгөләнә. Динә ныҡ итеп иланы, белмәйем, нисек быны кисерермен”, – тип яҙған ул. Әйткәндәй, уның гастролдәре Башҡортостанда башланды. Ул бөгөн Мәсәғүттә тәүге концертын бирә. Ныҡ бул Гөлназ, артист кешегә эшләргә, йөрөргә кәрәк шул. Фото: Гөлназдың социаль селтәре.