Август айында Иглин районындағы ғаиләләрҙең береһендә фажиғәле хәл булыуы тураһында яҙғайныҡ. Ике һәм ете йәшлек малай үҙҙәренең ихатаһында уйнап йөрөгәндә була ул. Ҙур малай атаһының машинаһына инеп ултыра һәм шунда торған асҡысты бора. Ҙур машина артҡа шыуып китә һәм уйнап йөрөгән бәләкәй малайҙы гараж ишегенә ҡуша ҡыҫа. Сабыйҙы тиҙ арала дауаханаға алып баралар. Малайҙың баш һөйәге, ҡабырғалары һынған, мейеһе йәрәхәтләнгән була. Табиптар айҙан ашыу баланың ғүмере өсөн көрәшә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмайҙар. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сабый уҙған аҙнала йән биргән. Был ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ата-әсәләр, балаларҙы яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ. Машинағыҙҙың ишеге ябыҡ булһын, асҡысты эстә ҡалдырмағыҙ. Фото: "Бәйләнештә".