Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ураҙбайҙа берҙәм халыҡ йәшәй

Хәйбулла районының Ураҙбай (халыҡ телендә – Урыҫбай) ауылы халҡы үҙ төйәген йәмләп йәшәй, берҙәм көс менән бик йыш өмәләр үткәрә. “Хәйбулла районы Урыҫбай ауылында ауылдаштарыбыҙ тырышлығы менән йәй оҙононда өмәләр үткәрелеп ауылыбыҙ матурайып ҡалды, мәсетебеҙҙә 22 сентябрь йома намаҙына саҡырып, Аҙан тауышы яңғыраны. Әлхәмдүлилләһ!”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәмзиә Ураҙбаева. “Ауылда тыуып үҫкән яҡташтар, үҙҙәренең ауылдары өсөн тип, аҡса йыйып, материалдар һатып алып, күп файҙалы эштәр башҡара: ауыл зыяратында буяу-аҡлау эштәре, ауылға ингән урында кәртә (ҡойма) ҡуйҙылар, бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаш егеттең йорто алдындағы ҡойманы һәм ҡапҡаны яңырттылар. Алда ла уларҙың изге ниәттәре байтаҡ. Эштәрҙе ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу өсөн инициатив төркөм төҙөлгән (Ғәлимйән Ултыраҡов, Рәүеф Айдашев, Илнур Исҡужин һ.б.) Барлыҡ һәр яҡлап көсөн һалған һәм ойоштороп йөрөүсе яҡташтарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!”, - тиҙәр ураҙбайҙар. Һәр саҡ шулай берҙ

Хәйбулла районының Ураҙбай (халыҡ телендә – Урыҫбай) ауылы халҡы үҙ төйәген йәмләп йәшәй, берҙәм көс менән бик йыш өмәләр үткәрә. “Хәйбулла районы Урыҫбай ауылында ауылдаштарыбыҙ тырышлығы менән йәй оҙононда өмәләр үткәрелеп ауылыбыҙ матурайып ҡалды, мәсетебеҙҙә 22 сентябрь йома намаҙына саҡырып, Аҙан тауышы яңғыраны. Әлхәмдүлилләһ!”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәмзиә Ураҙбаева. “Ауылда тыуып үҫкән яҡташтар, үҙҙәренең ауылдары өсөн тип, аҡса йыйып, материалдар һатып алып, күп файҙалы эштәр башҡара: ауыл зыяратында буяу-аҡлау эштәре, ауылға ингән урында кәртә (ҡойма) ҡуйҙылар, бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаш егеттең йорто алдындағы ҡойманы һәм ҡапҡаны яңырттылар. Алда ла уларҙың изге ниәттәре байтаҡ. Эштәрҙе ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу өсөн инициатив төркөм төҙөлгән (Ғәлимйән Ултыраҡов, Рәүеф Айдашев, Илнур Исҡужин һ.б.) Барлыҡ һәр яҡлап көсөн һалған һәм ойоштороп йөрөүсе яҡташтарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!”, - тиҙәр ураҙбайҙар. Һәр саҡ шулай берҙәм һәм илһөйәр булығыҙ! Сығанаҡ һәм фотолар: vk.com/ruruzba һәм vk.com/uruzbaevo?ysclid=lmygqh9jay654943477