Мәләүездең "Дан" мәҙәниәт һәм ял паркында "Йөрәк маршруты – сәләмәтлек маршруты" акцияһы үтте. Был акция йыл һайын “Демография” милли проектының “Граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын булдырыу” федераль проекты, Башҡортостан Республикаһының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһы сараларын тормошҡа ашырыу барышында уҙғарыла. Сараның маҡсаты – халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына йөрөү һәм йүгереүҙең ыңғай йоғонтоһо мәсьәләләре буйынса белем кимәлен күтәреү. Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса секторы Мәләүез дауаханаһы һәм колледж уҡыусылары менән берлектә паркта йыйылды. Теләгән һәр кем артериаль ҡан баҫымын тикшертә һәм табиптарҙан кәңәш ала алды, бының өсөн дауахана хеҙмәткәрҙәре һаулыҡ мөйөшөн ойошторҙо. Акция балалар-үҫмерҙәр ижады һарайы тәрбиәләнеүселәренең сығышы менән башланды. Артабан бөтә ҡатнашыусылар ҙа асыҡ һауала зарядка эшләне. Һуңынан колоннаға теҙелеп бөтә ҡатнашыусылар "Дан" паркы биләмәһендә "йөрәк маршруты" буйынса үтте. Уның оҙонлоғо бер километр. Сара һуңында барлыҡ ҡатнашыусылар йөрәк формаһында теҙелеп баҫты һәм иҫтәлеккә фотоға төштө. Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мәләүез районы хакимиәте.