Социаль селтәрҙә һуңғы осор айыуға бәйле мәғлүмәт күбәйеп китте. Урман хужаһын видеоға төшөрһөндәрме, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡурҡыу тойғоһо әллә юҡҡа сыға кеүек. Айыуҙы уйынсыҡ урынына күреп китәләр. Урман кешеһе генә айыуға бер ҡасан да яҡын бармайҙыр ул. Ошо йәнлеккә бәйле бала саҡ хәтирәләре хәтерҙә уйылып ҡалған. Олатайым ҡайҙан белгәндер, йәй аҙағында әйтә торғайны, быйыл малға айыу тейәсәк, ем бирегеҙ, оло малды емгә өйрәтегеҙ, тип ултыра торғайны. Ысынлап та, сентябрь айы етһә, тотона айыу берәм-берәм малды һуғырға, бер өй эсенән ике һыйырын да йыҡҡайны. Шул йылды инәйемдең "Кама" ҡушаматлы һыйырын да һуҡты. Һунарсылар көтөп ятып атып алдылар айыуҙы. Ҙуууур ине. Ауылға апҡайтып, итен тараттылар. Әсәйем мас булып ул кәтлит, ул билмән бешерҙе лә билмән өсөн атайымдан әрләнеп ҡуйҙы. Урман йәнлегенең итен ике сәғәт бешерер кәрәк, токсоплазмоз тигән ауырыуы булырға мөмкин икән. Олатайым 80 йәшен үткәнсе 8-9 саҡрым тау яғына йәйәү бесәнгә йөрөнө. Аҫҡа ҡарап уйланып менеп барғандыр инде. “
"Башты күтәрһәм, айыу тора ике аяғына үрә баҫып..."
24 сентября 202324 сен 2023
2 мин