Кешенең бәләкәй генә йөрәге күпме ҡайғы күтәрә ала икән? Бер Хоҙай белә... Тәүҙә, малайҙарының береһенә ете, икенсеһенә өс йәш булғанда, ире үлеп ҡала Сәғүрәнең. Ауырымай-итмәй, ҡапыл була уның үлеме. Иртән йылмайып эшенә китә, кис таныш түгел, баҙ аҫтынан сыҡҡандай тоноҡ тауыш ауыр хәбәр еткерә ғаиләгә. Инсульттан киткән, тиҙәр, әммә мәйетте йыуған ир-заттары быға шик белдерә: "Тәнендә күк ерҙәре, башында күпкән урындары бар, ай-һай, үҙ үлеме менән үлгәнгә оҡшамаған". Бер ҡасан да һаулығына зарланмаған иренең ҡапыл үлеп китеүе шикле тойолһа ла, Сәғүрә тикшертеп йөрөмәй, яҙмышына күнә, уның өсөн хәле лә, йөрәге лә етмәҫ ине барыбер. ...Яңғыҙ ҡалған ҡатынға ике бәләкәй баланы үҙ әсәһе ҡараша, рухи яҡтан да ҙур терәк була. Йәшләй генә тол ҡалһа ла, икенсегә кейәүгә сығыу тураһында уй башына инеп тә сыҡмай, бар көсөн, наҙын, сәләмәтлеген малайҙарын тәрбиәләүгә бирә Сәғүрә. Уларҙы киләсәктә атайҙары кеүек ҡыйыу, изге йөрәкле, намыҫлы, ысын ир-егет итеп күҙ алдына баҫтыра. Ғәзиздәре тиҫтерҙ