Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сентябрҙә сираттағы бәйге башланды

Сираттағы бәйге башланды Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Айыҡ ауыл» конкурсы 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән конкурс яңы һулыш алды. Сентябрҙә иһә сираттағы бәйге башланды. Халыҡтың сәләмәтлеге өсөн «Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороусылар булып «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тора, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Спорт министрлығы һәм башҡа ведомстволар – ойоштороу комитетында. Конкурс саралары Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса конкурстың бүләк фонды арттырылды, ул 40 миллион һум тәшкил итә. Конкурстың маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын билдәләү һәм һаҡлау, алкоголь продукцияһы

Сираттағы бәйге башланды Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Айыҡ ауыл» конкурсы 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән конкурс яңы һулыш алды. Сентябрҙә иһә сираттағы бәйге башланды. Халыҡтың сәләмәтлеге өсөн «Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороусылар булып «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тора, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Спорт министрлығы һәм башҡа ведомстволар – ойоштороу комитетында. Конкурс саралары Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса конкурстың бүләк фонды арттырылды, ул 40 миллион һум тәшкил итә. Конкурстың маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын билдәләү һәм һаҡлау, алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы кәметеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан үлем күрһәткестәрен кәметеү, ауыл халҡының ижтимағи әүҙемлеген һәм муниципаль берәмектәрҙең (ауыл биләмәләренең) урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген дәртләндереү. Конкурстың ыңғай тәжрибәһе менән күрше төбәктәр генә түгел (Удмуртия, Татарстан, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы), шулай уҡ Бурятия, Байкал аръяғы крайы һәм Яҡутияла ла ҡыҙыҡһыналар. Һандарға күҙ һалһаҡ Йылдан йыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсының популярлығы йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, 2019 йылда ҡатнашыусыларҙың һаны ни бары 464 булһа, 2022 йылда унда 1120 тораҡ пункт ҡатнашҡан. Еңеүсе ауылдарҙың һәр ҡайһыһы 3-6 миллион һум күләмендә аҡсалата приз алған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда уҡ «йәшел йылан»ға ҡаршы көрәштең төбәк властары сәйәсәтендә төп йүнәлештәрҙең береһе булыуы хаҡында әйткәйне. Еңеүсе ауылдар алған аҡсаны төҙөкләндереүгә тотона, шуға күрә республикала юлдар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән тораҡ пункттар һаны арта. Иң мөһиме – аҡсаһы шешәгә тотонған кешеләр аҙайғандан-аҙая бара. Статистика ла ошо хаҡта һөйләй. Быйыл Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урында булһа, Рәсәй исемлегендә дүрт йыл эсендә 32-се позициянан 16-сы баҫҡысҡа күтәрелгән. Мәғлүмәттәрҙе 2022 йыл йомғаҡтары буйынса «Айыҡ Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһы төҙөгән. Эске аналитика ла, шулай уҡ, республикала конкурс башланғандан һуң ыңғай үҙгәрештәр булыуын күрһәтә. Миҫал өсөн, Роспотребнадзорҙың токсикологик мониторингы һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, республикала былтыр 151 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән. Үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 3,8% тәшкил иткән. 2021 йыл менән сағыштырғанда был һан 11,6 процентҡа түбәнерәк. Алкоголизм менән сирләүҙең 2022 йылдағы дөйөм күрһәткесе - 100 мең кешегә 704,5 (сағыштырыу өсөн - Волга буйы федераль округында - 1000,9) йәки 28 192 кеше тәшкил итә. 2019 йылда һандар юғарыраҡ булған: 100 мең кешегә 890,3 йәки 36 066 кеше. Күрһәткес 20,9% (7 874 кеше) кәмегән. Шул уҡ ваҡытта «Айыҡ ауыл» конкурсы ҡоро күрһәткестәр генә түгел, ә яңы тормош башлаған кешеләрҙең һәм ғаиләләрҙең тарихы ла. Мәҫәлән, Шаран районының Еремкино ауылында бер ҡатын ире менән айырылышҡандан һуң эсә башлаған, дүрт бәлиғ булмаған балаға ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Урындағы халыҡтың һәм власть органдарының, профилле ведомстволарҙың тырышлығы менән сабыйҙар өйҙәренә ҡайтарылған һәм ғаиләне һаҡлап ҡала алғандар. Урындағы фермер иһә был ғаилә өҫтөнән шефлыҡ алған, ата-әсәне эшкә урынлаштырған. Ә Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы халҡы ҡануни кимәлдә «айыҡ ауыл» статусын алыуға, шулай уҡ урындағы магазиндарҙа алкоголле эсемлектәрҙе ваҡлап һатыуҙы рәсми тыйыуға өлгәшкән. Хәҙер уларҙың өлгөһөндә тағы 21 ауыл ошо ниәтте тормошҡа ашырыға ниәтләй, унда йәшәүселәр документтар пакетын йыйып, уларҙы республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тапшырған. Дүрт йыл эсендә конкурс сиктәрендә республикат ауылдарында 30 яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, 12 парк һәм йәмәғәт биләмәләре барлыҡҡа килгән. 9 урам, 6 йәмәғәт биләмәһе, 4 ауыл мәҙәниәт йорто, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға 2 һәйкәл төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ ауылдарға техника ҡайтарылған, һыу башняһы һәм хатта янғын депоһы ҡуйылған. Бишенсе бәйге старт алды Сираттағы бәйге 2023 йылдың 1 авгусынан 2024 йылдың 30 апреленә тиклем ике этапта уҙғарыла: I этап (муниципаль) - 2023 йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының тораҡ пункттары араһында үткәрелә; II этап (республика этабы) - 2023 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 30 апреленә тиклем муниципаль этапта еңеүсе булған ауылдар араһында уҙа. Конкурс йомғаҡтары буйынса 2024 йылдың апрелендә түбәндәге номинацияларҙың һәр береһендә өсөшәр еңеүсе билдәләнәсәк: «Эре тораҡ пункттар»; «Ҙур тораҡ пункттар»; «Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»; «Бәләкәй тораҡ пункттар». Һайлап алыу конкурсы ағымдағы йылдың 1 сентябрендә башланды. 3 октябрҙә, Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль тәжрибәләр» фәнни-ғәмәли семинары үткәрәсәк. Унда республика һәм муниципаль ойоштороу комитеты ағзаларының, конкурста ҡатнашыусыларҙың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. “Айыҡ ауыл” республика конкурсы тураһында материалдар сығарғанда социаль селтәрҙәрҙә рәсми раҫланған #Трезвоесело2023, #Айыҡауыл2023 хештегтарын файҙаланырға кәңәш ителә. ФЕКЕР «Айыҡ ауыл» проектының координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: – Йәмғиәттәге боронғо быуаттарҙан алып әлеге көнгә тиклем спиртлы эсемлектәр ҡулланыу мәҙәниәте алкоголгә бәйлелеккә ҡағылышлы бихисап проблемаларға килтерҙе. Алкоголизмдан әлеге ваҡытта донъяның теләһә ниндәй илендә бик күп кеше яфа сигә. Эксперттар баһалауынса, бауыр циррозынан вафат булыуҙың 69 проценты, кардиомиопатия һәм миокардиттан – 61 процент, панкреатиттан 47 проценты фәҡәт алкоголь ҡулланыуға бәйле. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алкоголдең хәүефһеҙ дозалары юҡ, уны ҡулланыу – һәр ваҡыт хәүефле. Шул уҡ ваҡытта кешеләр күп осраҡта алкоголь ҡулланмауға организмдың нисек яуап биреүе хаҡында уйлап та бирмәй. Белгестәр кәйеф күтәрелеүен, ғаиләлә һәм йәмғитәттә мөнәсәбәттәрҙең яйға һалыныуын, әкренләп тормош тонусының тергеҙелеүен асыҡлаған. Айыҡлыҡ хәрәкәте беҙҙең республиканы дәррәү солғап алды һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәрендәлә фекерҙәштәр өсөн өлгө булды. Башҡортостан «айнытыу» буйынса эшкә әүҙем тотондо. Айыҡлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һәм ирекмәндәрҙең һанын арттырыу менән бер рәттән, беҙҙең саралар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән матди объекттарҙы ла билдәләп үтергә кәрәк. Көҙө билдәләнгән Айыҡлыҡ көнөндә иһә Башҡортостандың район һәм ҡалаларында мәҙәни-спорт, мәғрифәтселек-белем биреү саралары үтте. Теләгән һәр кем республика халҡының йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән йәмәғәт хәрәкәтенә ярҙам итеү өсөн теләктәшлек белдерә алды. Бихисап министрлыҡтар һәм ведомстволар, муниципаль берәмектәр сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар ойошторған. Ғөмүмән, «Айыҡ ауыл» конкурсы айыҡ йәшәү рәүеше яҡлыларҙы, дәрт-дарманлы, вайымһыҙ булмаған кешеләрҙе берләштерә. Әһәмиәтле башланғыстары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ. Ошо көндәрҙә “Айыҡ ауыл” проектының сираттағы, юбилей конкурсы старт алды. Бөтәһенә лә уңыш һәм ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшеүҙе теләйем! Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы