Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ҡулымда - һуңғы рәсемең..."

"Йөрәк һүҙе" проекты авторы Наилә Сәфәрғолова шиғриәт конкурсының быйылғы еңеүсеһе Варис Исҡужин тураһында яҙҙы. "Был Еңеүҙе һин көсөргәнешле ярышта үҙ тырышлығың менән, Хоҙай тарафынан бирелгән талантың һәм йөрәктән йөрәккә барып еткән Һүҙ, Тел оҫталығың менән яуланың - ихлас ҡотлайым һине, Варис! Һин Әсәлек темаһына һайлаған шиғри әҫәр - ул ҡәләм оҫтаһы Әнисә Мәхийәнованың берсә әрнеп, берсә йөрәкһенеп аҡ ҡағыҙ битенә һалған юлдары, махсус хәрби операцияла һәләк булған, бөтә Башҡортостанға билдәле, һоҡланып та туя алмаҫлыҡ сәхнә күрке, сәхнә бөркөтө - бейеүсе егетебеҙ Илнар Хәтмуллиндың әсе яҙмышы хаҡында ине... Был шиғыр аша әйтелгән һинең Йөрәк һүҙең тамашасы залында бер кемде лә битараф ҡалдырманы... Бар халыҡты зар илатты Илнар тураһында килгән ҡара хәбәр... Ошо егет хаҡында кем дә булһа Йөрәк һүҙен мотлаҡ әйтергә тейеш ине, һәм уны һин әйттең, Варис - рәхмәт! ...Һинең ябай итеп, ҡысҡырмайынса, таҙа әҙәби тел менән, мәғәнәле паузалар аша, үҙәккә үткәреп, аңға һеңдереп, уйландырып, хисләндереп һөйләүҙәрең тамашасы йөрәген телгеләне һәм һыҙландырҙы... Улар күҙ йәштәрен тыя алмайынса, һинең сығышыңды дәррәү баҫып алҡышланы... Тамашасылар араһында яралы күңеле рәхмәт хистәре менән тулған Илнарҙың әсәһе Лариса ла бар ине. Беҙ улын юғалтҡан Әсә ҡайғыларын, күпмелер ваҡытҡа ғына булһа ла, һинең Йөрәк һүҙең аша уртаҡлаша алдыҡ - рәхмәт һиңә, Варис! Был уның өсөн дә, беҙҙең өсөн дә, иманым камил, бик ҡәҙерле һәм ҡиммәтле минуттар булды... Варис, һинең шиғриәт бәйгеһе майҙанына сығыр өсөн әҙерләгән барлыҡ репертуарың ентекләп уйланылған, ваҡытлы эмоцияларға ғына түгел - аҡыл һәм фекер йөрөтөүгә ҡоролған ине. Мин ихлас күңелемдән һине мәртәбәле еңеүең менән ҡотлайым һәм иң изге теләктәремде юллайым!" - тип яҙҙы Наилә Сәфәрғолова. Фото һәм видеояҙма Н. Сәфәрғолованың сәхифәһенән алынды.