25 – 27 сентябрҙә Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында “Иннопром. Ҡаҙағстан” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе уҙасаҡ. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы ҡатнашасаҡ. Бөгөн делегация Ҡаҙағстандың баш ҡалаһына килде. Астана аэропортында делегацияны Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Иран Шархан, Ҡаҙағстан Транспорт министрлығының Граждандар авиацияһы комитеты рәйесе Тәлғәт Ластаев, Ҡаҙағстандың Транспорт министрлығының Граждандар авиацияһы комитеты рәйесе урынбаҫары Тимур Тлегенов һәм "Казаэронавигация" вәкиле Гөлсим Әсәнҡолова ҡаршы алды. Рәсми делегация составына 18 ҙур предприятие, 30 бәләкәй һәм урта бизнес субъекты вәкилдәре, шулай уҡ республика ведомстволары вәкилдәре инә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. «Иннопром»да һәр компания бизнес-диалог сиктәрендә кәмендә биш осрашыу үткәрәсәк. Ул күргәҙмәнең төп маҡсатын билдәләй: ике ил эшҡыуарҙары араһында партнерлыҡ мөнәсә
Башҡортостан делегацияһы халыҡ- ара күргәҙмәлә ҡатнаша
24 сентября 202324 сен 2023
1 мин