22-24 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәктәп һәм студенттар араһында ирекмәнлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән «Алға, Еңеүгә» («ВПеред к Победам») Бөтә Рәсәй патриотик форумы үтте. Форумды ойоштороусылар - «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй йәмәғәт-дәүләт балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бүлексәһе һәм А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы. Форум офлайн һәм онлайн форматта үтте, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән ике меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Офлайн майҙанда «Мин - патриот, ә был, тимәк...» республика социаль проекттар конкурсында ҡатнашыусылары һәм финалсылары ҡатнашты. Онлайн-майҙансыҡтарҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған мәктәп һәм студенттар патриотик йүнәлештәге командалары ҡатнашты. Форумда абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты: Башҡортостан Башлығы советнигы, «Беренселәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе советы рәйесе Рәнис Хәсәнов; Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, Мәскәү ҡалаһы «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғә