Найти тему

Бына, исмаһам, муллыҡ!

Асҡында көҙгө байлыҡ-муллыҡты сағылдырған йәрминкә булып үтте. Сауҙа итеүселәр бөгөн – мәктәп һәм балалар баҡсалары педагогтары, уҡыусылар һәм ата-әсәләр. Улар үҙ участкаларында үҫтергән йәшелсә һәм үҫентеләр тәҡдим итте. Йәрминкә урындарының дизайн төрлөлөгө иғтибарҙы үҙенә тартты, һәр кем тауарын матур итеп рекламаланы, тип яҙа "Аскинская новь". Йәрминкәлә шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр ҙә әүҙем ҡатнашты.Ҡариҙел, Балтас райондары, Нефтекама ҡалаһы, хатта Пермь крайының Леун ҡасабаһы эшҡыуарҙары ла сараға килгәйне. Улар һөт аҙыҡтары, йәшелсә, ит, бәшмәк, бал, үҫенте һәм гөлдәр килтергән. “Иң яҡшы дизайн”, “Иң яҡшы һатыусы” ,”Көҙгө фантазия” һәм башҡа номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде. “Йәрминкәнән яҡшы кәйеф менән, күңелдәр күтәрелеп ҡайттыҡ, – ти асҡындар. – 7 октябрҙә үтәсәк көҙгө байрамдан да ҡалмаясаҡбыҙ”. Лениза Закирова фотолары.