Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яҡташтарыбыҙҙы Машиналар төҙөүселәр көнө менән ҡотланы: “Машиналар төҙөү тураһында һөйләгәндә, автомобилдәр, пароходтар, самолеттар торған ҙур заводтарҙы күҙалларға күнеккәнбеҙ. Әммә был тармаҡ күптән ундай ғына түгел. Бөгөн ул үҙ эсенә төрлө технологик ҡорамалдарҙы, электрониканы, көнкүреш техникаһын да ала - уңайлы тормош өсөн кәрәк булғандың барыһын да. Үҙемдең йәш сағымдағы һәм бөгөнгө тормош кимәлен, технологияларҙы кимәлен сағыштырам - ғәйәт ҙур айырма. Быларҙың барыһы менән дә беҙ бөгөн һөнәри байрамын - Машина төҙөүселәр көнөн билдәләгән белгестәргә бурыслыбыҙ. Үҙ ваҡытында республикабыҙҙа машиналар төҙөү тармағы металлургия эшенең быуаттар буйына алып барылған традициялары нигеҙендә ҡеүәтле үҫеш алды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙгә 170-тән ашыу предприятие эвакуацияланған - был һуғыштың тәүге өс йылында етештереүҙе һигеҙ тапҡырға арттырған. Өфө моторҙар төҙөү заводында ҡыҫҡа ғына арала яңы мотор етештереү алымдары үҙләш
“Һеҙ һәр беребеҙҙең тормошон яҡшыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итәһегеҙ”
24 сентября 202324 сен 2023
1 мин