Яңыраҡ ике сабыйының ғүмерен ҡыйып, үҙенә лә ҡул һалған ҡатын тураһында күп баҫмаларҙа яҙылғайны. Был хәл 15 сентябрҙә Барнаулда була: 31 йәшлек ҡатын ике бәләкәс балаһын – һигеҙ айлыҡ һәм өс йәшлек малайҙарын - ағыулап үлтерә лә үҙенә лә ҡул һала. Декретҡа тиклем был ҡатын педиатр булып эшләй. Кейәүгә сыға, ике малай таба, ире вахтаға йөрөп эшләй – барыһы ла тыныс, үҙ яйына барған кеүек була. Таныштары ла уның хәл-торошонда ниндәйҙер шикләнерлек сәбәп күрмәй. Ҡайһы берҙәре генә уның үҙен сәйерерәк тотоуына иғтибар иткән. Ҡатынды был ҡот осҡос аҙымға нимә этәргәнен әле берәү ҙә аңлай алмай. Үлер алдынан яҙған хатында ҡатын барыһында ла ирен ғәйепләгән, кредиттар арҡаһында финанс ауырлыҡтар кисерәбеҙ, тигән. Ә Тәфтиш комитеты төшөргән видеояҙмала ғәҙәти балалар бүлмәһе, уйынсыҡтар, китаптар һ.б. – ғаилә ярлыларҙан түгел кеүек. Ҡатын яғынан туғандарының береһе әйтеүенсә, хужа ирҙең ҡомарлы уйындарға әүәҫлеге бар. Ҡатын бала тапҡандан һуң депрессияла булып, аңы томаланғандыр, ти таныштары. Психологтар ҙа шул уҡ фекерҙә. Әле был ваҡиға буйынса тикшереү бара. Фото:dzen.ru