23 сентябрҙә республика Рәсәйҙең 89 төбәгендә үткән ҙур акцияға ҡушылды: Уҡытыусы һәм остаз йылында икенсе тапҡыр «Педагогик диктант» яҙҙылар. Бөтә ил буйынса йөҙҙән ашыу майҙансыҡта, шул иҫәптән педагогик юғары уҡыу йорттарында һәм «Рәсәй - минең тарихым» тарихи парктарында, диктантта ҡатнашыусылар текст декламаторҙарын тыңлап, тәрбиәүи мәсьәләләрҙе хәл итеү тәҡдимдәрен индерҙе. Өфөлә «Педагогик диктант» М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙансыҡтарында, Филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтының корпусында уҙҙы. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 100-ҙән ашыу студент һәм уҡытыусы педагогик оҫталыҡта үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн Аҡмулла университетының ике аудиторияһында йыйылды. Быйыл акция бөйөк Рәсәй педагогы К.Д. Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналғайны. «...Тәрбиә кешенең аҡылын үҫтереп, уға билдәле бер мәғлүмәттәр күләмен биреп кенә ҡалмаҫҡа, ә унда етди хеҙмәткә сарсау уятырға тейеш, сөнки унһыҙ кеше лайыҡлы ла