Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Социаль контракт үҫешемә этәргес булды”

Рәшиҙә Солтанова оҫта ҡулдарының бер нисә хәрәкәте менән генә кешенең йөҙөн дә, кәйефен дә күтәрә ала. “Матур прическа кешенең ҡиәфәтен танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә ала, хатта ҡайһы берәүҙәр көҙгөләге сағылышын күреп, ғәжәпләнгән осраҡтар ҙа бар, – ти парикмахер Рәшиҙә Мансур ҡыҙы. – Тик бындай оҫталыҡҡа өлгәшеү өсөн оҙаҡ һәм тырышлыҡ менән эшләргә кәрәк. Мин яңыраҡ социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам биреү программаһы аша үҙ эшемде астым”. Рәшиҙә Солтанова Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәс, уның идеяһын күтәреп алалар, бизнес-план төҙөргә ярҙам итәләр. Уны уңышлы яҡлағас, 350 мең һум күләмендә субсидия ала. Ошо аҡсаға эш урыны булдырыу өсөн тейешле ҡорамалдар алына, уңайлы шарттар булдырыла. ”Эстет” парикмахерскийы Көнкүреш йортонда урынлашҡан, тип хәбәр итә "Аскинская новь". Быға тиклем Асҡын районы салондарында 18 йыл эшләп ҙур тәжрибә туплаған оҫтаға үҙ эшен башлауы ауыр булмай. Клиенттары етерлек. Иң мөһиме, профессияһын ҙур яуаплылыҡ менән яратып баш

Рәшиҙә Солтанова оҫта ҡулдарының бер нисә хәрәкәте менән генә кешенең йөҙөн дә, кәйефен дә күтәрә ала. “Матур прическа кешенең ҡиәфәтен танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә ала, хатта ҡайһы берәүҙәр көҙгөләге сағылышын күреп, ғәжәпләнгән осраҡтар ҙа бар, – ти парикмахер Рәшиҙә Мансур ҡыҙы. – Тик бындай оҫталыҡҡа өлгәшеү өсөн оҙаҡ һәм тырышлыҡ менән эшләргә кәрәк. Мин яңыраҡ социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам биреү программаһы аша үҙ эшемде астым”. Рәшиҙә Солтанова Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәс, уның идеяһын күтәреп алалар, бизнес-план төҙөргә ярҙам итәләр. Уны уңышлы яҡлағас, 350 мең һум күләмендә субсидия ала. Ошо аҡсаға эш урыны булдырыу өсөн тейешле ҡорамалдар алына, уңайлы шарттар булдырыла. ”Эстет” парикмахерскийы Көнкүреш йортонда урынлашҡан, тип хәбәр итә "Аскинская новь". Быға тиклем Асҡын районы салондарында 18 йыл эшләп ҙур тәжрибә туплаған оҫтаға үҙ эшен башлауы ауыр булмай. Клиенттары етерлек. Иң мөһиме, профессияһын ҙур яуаплылыҡ менән яратып башҡара. – Артабан да эшемде өйрәнәсәкмен, оҫталыҡтың сиге юҡ. Стилдәрҙе белеү һәм зауыҡ булыуы ғына етмәй. Үҙ эшеңде асыу өсөн тәүәкәллек кәрәк. Аҙаҡ мөмкинлекте файҙаланмауыңа үкенергә тура килмәһен. Теләктең ҙур булыуы эштә көс бирә. Кешене яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, матур образ тыуҙырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләргә кәрәк. Социаль контракт үҫеш һәм яҡшы хеҙмәт хаҡы алыу өсөн стимул булып тора. Ғаиләм – минең өсөн ҙур таяныс, – ти Рәшиҙә Солтанова.– Минең һөнәрем кешене аҙ ғына булһа ла бәхетлерәк, матурыраҡ итә икән, мин дә эшемдән ҡәнәғәтлек, шатлыҡ тойғолары кисерәм. Лениза Закирова фотоһы.