Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин төбәккә эш сәфәре барышында һөйләне. Командировка сиктәрендә «Көнсығыш сығыу юлын» ҡарау, Өфө ҡалаһы ҡала округының «Ағиҙел аръяғы» һәм «Ҡариҙел аоъяғы» төҙөлөш райондары менән танышыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышы үтте. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында субъект мәғлүмәттәре буйынса дөйөм майҙаны 3,6 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөүгә 386 рөхсәт ғәмәлдә. "Беҙ Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы менән бик һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булдыра алдыҡ. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө һәм коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн байтаҡ финанс инструменттар, инфраструктура менюһы алды. Был линия буйынса беҙ 60 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп иттек. Беҙ шулай уҡ иң мөһим инструмент территорияларҙы комплекслы үҫтереү икәнен аң
Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә
5 октября 20235 окт 2023
2 мин