Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Сәңгелдәк" финалға сыҡты!

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының легендар «Сәңгелдәк» программаһы балалар, үҫмерҙәр, ғаилә киноһы һәм телевидениеһы өлкәһендәге "ТЭФИ-KIDS" 2023 Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡты. "Сәңгелдәк" - 32-се йыл көн һайын киске прайм-таймда барған мәктәпкәсә балалар өсөн танып-белеү тапшырыуы. "ТЭФИ-KIDS" конкурсына һуғылған башҡорт балаҫы хаҡындағы тапшырыу ебәрелгәйне. Йәш алып барыусылар тамашасыларға барыһын да - "һарыҡтан алып балаҫҡа тиклем" күрһәтә. Теманы сағыуыраҡ, тулыраҡ асыу өсөн сценарий авторы һәм мөхәррир Зөлфиә Даянова, режиссер Әлиә Минәзева сюжетты студияла ғына төшөрмәй, Дәүләкән районына ҡул эше оҫтабикәһенә барып ҡайталар. Рәсәй милли телепремияһының 2023 йыл еңеүселәре 23 октябрҙә Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында иғлан ителә. Быйыл конкурстың кимәле бик юғары. Финалсылар араһында - "Чебурашка" кинофильмы, легендар "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" тапшырыуы һ.б. Фото: "Тамыр" телеканалынан.