Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Беҙҙең уҡытыусылар - иң яҡшылары һәм матурҙары!"

Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы педагогтарына дәүләт наградалары тапшырҙы 5 октябрҙә Өфөлә Уҡытыусылар көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Белем биреү өлкәһенең 31 хеҙмәткәре почетлы исем менән билдәләнде. Төбәк башлығы шулай уҡ грант конкурсында еңгән йәш ауыл уҡытыусыларына тәүге 29 сертификатты тапшырҙы. Республика Башлығының тантаналы сарала сығышынан: -Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле коллегалар! Был изге, яҡты һөнәри байрам изге хеҙмәтегеҙгә тәрән рәхмәт менән һуғарылған. Һәр беребеҙҙең тормошонда белем донъяһына юл асҡан, уйларға, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәткән ысын уҡытыусылары булды. Улар беҙгә һөнәр һәм дөрөҫ юлды һайларға ярҙам итте. Беҙ ғүмеребеҙ буйына уларҙың исемен рәхмәт тойғоһо менән иҫтә тотабыҙ. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин ҡарары менән Рәсәйҙә быйыл Уҡытыусы һәм остаз йылы иғлан ителде. Республикала тәрбиәсе, уҡытыусы, ғалим һөнәрен күтәреү өсөн күпте эшләйбеҙ

Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы педагогтарына дәүләт наградалары тапшырҙы 5 октябрҙә Өфөлә Уҡытыусылар көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Белем биреү өлкәһенең 31 хеҙмәткәре почетлы исем менән билдәләнде. Төбәк башлығы шулай уҡ грант конкурсында еңгән йәш ауыл уҡытыусыларына тәүге 29 сертификатты тапшырҙы. Республика Башлығының тантаналы сарала сығышынан: -Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле коллегалар! Был изге, яҡты һөнәри байрам изге хеҙмәтегеҙгә тәрән рәхмәт менән һуғарылған. Һәр беребеҙҙең тормошонда белем донъяһына юл асҡан, уйларға, яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәткән ысын уҡытыусылары булды. Улар беҙгә һөнәр һәм дөрөҫ юлды һайларға ярҙам итте. Беҙ ғүмеребеҙ буйына уларҙың исемен рәхмәт тойғоһо менән иҫтә тотабыҙ. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин ҡарары менән Рәсәйҙә быйыл Уҡытыусы һәм остаз йылы иғлан ителде. Республикала тәрбиәсе, уҡытыусы, ғалим һөнәрен күтәреү өсөн күпте эшләйбеҙ. Был - “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында еңеүселәргә һәм лауреаттарға премиялар, иң яҡшы колледждарға, етештереү өлкәһендә белем биреүселәргә, балалар баҡсаларының иң йәш тәрбиәселәренә гранттар. Бөгөн залда ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән тәжрибәле уҡытыусылар, сағыу йәш педагогтар, мәктәпкәсә һәм урта һөнәри белем биреү өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре йыйылған. Арағыҙҙа хөрмәтле ветерандар ҙа бар. Һеҙ уҡытыусылыҡ эшенә бөтә ғүмерегеҙҙе бағышлағанһығыҙ, йөҙәрләгән кешегә, төрлө һөнәр эйәләренә лайыҡлы тормошҡа юллама биргәнһегеҙ. Күптәрегеҙ әле лә балалар уҡытыуҙы һәм тәрбиәләүҙе дауам итә. Бер нисәһен генә атап үтәм. Рима Зөфәр ҡыҙы Латипова – Дәүләкән районының 5-се гимназияһы уҡытыусыһы. 50 йыл тирәһе ул географиянан уҡыта. Уның күп уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында еңеү яулаған. Любовь Ивановна Антонова Шишмә районының Әлкә урта мәктәбендә 40 йыл буйы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уның уҡыусылары араһында - 100 балл йыйыусылар, олимпиада еңеүселәре. Хәлит Хөрмәтулла улы Сәлтәшев - Күгәрсен районындағы балалар- үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 30 йыллап эшләү дәүерендә бик күп спортсылар әҙерләгән уҡытыусы-тренер. Марина Фарвазовна Бондарь - Өфөнөң 44-се балалар баҡсаһы мөдире, 35 йыл инде хеҙмәтенә тоғро. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙҙең иңдә оло хеҙмәт һәм яуаплылыҡ ята. Йылдар үтер, ә хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһе республикаға, илгә файҙа килтереүҙән туҡтамаҫ. Һеҙгә барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, һәр башланғысығыҙҙа уңыштар юлдаш булыуын теләйем. Һаулыҡ, бәхет үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға! Байрам менән! Уҡытыусылар көнө – ул халыҡ байрамы. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙҙең уҡытыусылар - иң яҡшылары һәм матурҙары! Фото:сайт Главы РБ.