Башҡортостанда техник реабилитация саралары (ТРС) һәм реабилитация ҡорамалдары етештереүсе туғыҙ предприятие яңы төбәк субсидияларын аласаҡ. Был хаҡта республиканың Сәнәғәт министрлығы хәбәр итә. 2023 йылда был маҡсаттарҙа республика бюджетынан 20 миллион һум аҡса бүленә. Аныҡ предприятиеларға субсидияның тейешле күләмен министрлыҡ асыҡламай, әммә уларҙы биреү шарттары буйынса компаниялар яңы ҡорамалдар һәм уға программа тәьминәте һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентына тиклем ҡаплай ала. Субсидиялар ”ВиЦыАн”, “Универсалсервис”, “Медстальконструкция”, “Медши-Рус”, “Орбита” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы“, “Орто-инновациялар Өфө”, “Салют Орто Өфө”, “Протез-ортопедия үҙәге”, Урал спорт инвентары заводына бүленәсәк. “Орто-инновациялар Өфө” компанияһының генераль директоры Ирина Батина әйтеүенсә, субсидия аҡсаһына улар протезлау өсөн силикон технологиялары етештереүҙе киңәйтеү һәм линияһын үҙләштереү өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. "Беҙ силикондан косметик протездар эшләргә теләйбеҙ. Ҡорамалдарҙың бер өлөшөн беҙ яҡынса 2,5 миллион һумға һатып алдыҡ. Тағы ла яҡынса бер миллион һум самаһы аҡса кәрәк ине, шуға ул тап субсидия иҫәбенә алынасаҡ", – тине ул. РБК Өфө хәбәр итеүенсә, техник реабилитация саралары етештереүселәренә ярҙам программаһын төбәк Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылдың ноябрендә үткән форумда иғлан итте. 2023 йылдың июнендә Башҡортостан Министрҙар кабинеты юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға техник реабилитация саралары һәм реабилитация ҡорамалдары етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға аҡса бүлеү тәртибен раҫланы. Шарттар буйынса, компаниялар оҙатылған продукция күләмен кәметмәҫкә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы кимәлен һәм эш урындарын һаҡлап ҡалырға йәки арттырырға тейеш. Төбәк ҡаҙнаһынан субсидия биреү һөҙөмтәләренең аныҡ ҡиммәттәрен Сәнәғәт министрлығы субсидия алыусы менән килешеүҙә билдәләйәсәк. Бынан алда РБК Өфө һорау алған эксперттар билдәләүенсә, бындай ярҙам саралары республикала реабилитация саралары етештереүҙе ойоштороуға дәртләндерергә ярҙам итәсәк. Фото: “Орто-инновациялар Өфө” сайты