Был – Башҡортостандың иң ҙур инфраструктура проекты. Объект “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Никита Стасишин төҙөлөш темптары менән танышты һәм объектҡа юғары баһа бирҙе. – “Көнсығыш сығыу юлы” төҙөлөшө – ҡеүәтле инфраструктура проекты. Яңы юл торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү өсөн перспективалар бирер тип уйлайым, – тип билдәләне Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин. 2023 йылдың октябренә ярашлы, “Көнсығыш сығыу юлы” төҙөлөшөнә ике меңдән ашыу кеше һәм 248 берәмек махсус техника һәм ҡорамалдар йәлеп ителгән. Бер үк ваҡытта Салауат Юлаев проспектында “Көнсығыш сығыу юлы”на тоташыу һәм съездар төҙөү буйынса эштәр дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Көнсығыш сығыу юлы” тоннелдән тора, унда һәр йүнәлештә ике һыҙаттан хәрәкәт итеү ҡаралған. Шулай уҡ Федоровка – Шакша участкаһында һәм "Урал" М5-се федераль трассаһы менән тоташҡан ике юл сиселеше буласаҡ. Фото: pravitelstvorb.ru