Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кластерҙарға ҙур ярҙам күрһәтелә

Туймазыла барған “Етештереү кооперацияһы: технологик суверенитетҡа ориентир” форумында ҡатнашыусылар спикерҙар менән берлектә бөгөнгө көн талаптары ҡуйған яңы бурыстарға яуаптар эҙләне. Спикерҙар сифатында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Александр Шельдяев, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының департамент директоры Иван Куликов һәм башҡалар сығыш яһаны. Форумдың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр күп ине. Кластерҙар булдырыу ысулдарының йоғонтололоғон бөгөн нисек баһаларға? Ҙур кластерҙарға ярҙам иткәндә бәләкәйҙәре ситтә тороп ҡалмаҫмы? Төбәк-ара кластерҙарҙың әһәмиәте бармы? “Беҙҙең бурыс – илдә был өлкәлә баланс күҙәтелеүе, – тине Иван Куликов. – Әммә бында шуныһын да оноторға ярамай: кластерҙар булдырғанда инвестициянан мәхрүм ҡалған урындар хасил була. Уларҙы тәьмин итеп, беҙгә бөгөн сит илдәрҙән һатып алған продукттарҙы үҙебеҙҙә етештерә башларға мөмкин”. Фото: “Туймазинский вестник”.