Туймазыла барған “Етештереү кооперацияһы: технологик суверенитетҡа ориентир” форумында бәләкәй предприятиеларҙы ла кластерҙарға йәлеп итеү кәрәклеге тураһында әйтелде. Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Михаил Лабудин әйтеүенсә, сәнәғәт кластерҙары ойошторғанда урта һәм бәләкәй предприятиеларға ла иғтибар итергә кәрәк. “Беҙ Башҡортостанда бер нисә предприятиела булдыҡ һәм республиканың станоктар эшләү һәм еңел сәнәғәт тармаҡтарында импортты алмаштырыу маҡсатында булдырылған 21 проект барлығы асыҡланды, – тине ул. – Уларға бюджет инвестицияһының прогноз күләме 230 миллион һум тип күҙаллана. Бөгөн кластерҙар булдырыуҙың ике моделе бар: беренсеһе – бер якорь резиденты билдәләнә һәм уның тирәһенә деталдәр һәм комплектлаусы әйберҙәр биреп тороусылар туплана, икенсеһе – бөтә сылбыр бер продукт эшләп сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя”. Фото: “Туймазинский вестник”.