5 октябрь – Уҡытыусылар көнө уңайынан дәүләт һәм туған телдәр һағында торған уҡытыусылар араһында үткәрелгән “Тел һаҡсылары” конкурсына йомғаҡ яһаныҡ. Был бәйгелә үҙ һөнәрен мөкиббән яратҡан, уҡытыусы һөнәренә оҙаҡ йылдар дауамында тоғролоҡ һаҡлаған, йәш быуында иң изге ҡиммәттәргә – туған телебеҙгә, рухи мираҫыбыҙға һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар ҡатнашты. Уларҙың барыһын да ысын мәғәнәһендә “Тел һаҡсыһы” тип атап була. Конкурстың һөҙөмтәләре түбәндәгесә: 1-се урында – Илеш районы Т. Рахманов исемендәге Үрге Йәркәй урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфая Әүхәҙи ҡыҙы Фәхруллина; 2-се урында – Өфө ҡалаһы “Айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 114-се белем биреү үҙәгенең” башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яҙгөл Айрат ҡыҙы Сирбаева; 3-сө урында – Н. Мәжитов исемендәге Красноусол Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы