2023 йылдың 5 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы финанс министры Лира Иғтисамова рәйеслегендә Стратегик комитет ултырышы үтте, унда 2024 йылға һәм 2025, 2026 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты проектының төп характеристикалары, төбәктең урта сроклы перспективаға һалым, бюджет һәм бурыс сәйәсәтенең төп йүнәлештәре ҡаралды. – Алдағы өс йылға бюджет проектының мөһим өлөшө булып граждандар алдындағы бөтә социаль йөкләмәләрҙе, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙе, оло йәштәге граждандарға, инвалидтарға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә социаль хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүҙе, граждандарҙың льготалы категорияларын дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе гарантиялау тора, – тип билдәләне Лира Иғтисамова. Башҡортостан Республикаһы бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемдәренең дөйөм күләме база варианты буйынса 2024 йылда – 218,3 миллиард һум, 2025 йылда – 228,0 миллиард һум, 2026 йылда 242,2 миллиард һум күләмендә планлаштырыла. 2024 йылда – 70,7 миллиард һум, 2025 йылда – 57,8 миллиард һум, 2026 йылда 46,0 миллиард һум күләмендә түләүһеҙ керемдәр күҙаллана. Шулай итеп, республика бюджетының дөйөм килеме 2024 йылда – 289,0 миллиард һум, 2025 йылда – 285,8 миллиард һум, 2026 йылда 288,2 миллиард һум тәшкил итәсәк. 2024 йылда сығымдар 299,0 миллиард һум күләмендә планлаштырыла. 2025 һәм 2026 йылдарға ярашлы рәүештә 285,8 миллиард һум һәм 288,2 миллиард һум. Бюджет килемдәре һәм сығымдары параметрҙары 2023 йылдың 29 сентябрендә Дәүләт Думаһына индерелгән алдағы өс йылға федераль бюджет тураһында федераль закон проектын иҫәпкә алып аныҡланасаҡ. 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты дефициты 10 миллиард һум кимәлендә билдәләнде. 2025 һәм 2026 йылдарға бюджеттың дефицитһыҙ характеристикалары планлаштырыла. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/21901/