Саҡмағош районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам бер ҡасан да өҙөлгәне юҡ. Бер гуманитар ылау оҙатылыуға икенсеһе туплана башлай. Ошо маҡсатта үткән йылда райондың Йәштәр үҙәге эргәһендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы ла булдырылған. Йәштәр менән эшләү белгесе Ирина Мансурова әйтеүенсә, һуңғы ылау август айында оҙатылһа, сентябргә лә байтаҡ кәрәк-яраҡ тупланған. Балалар ҙа был изге саранан ситтә ҡалмай. Бөтә Рәсәй “Һалдатҡа хат” акцияһы сиктәрендә “Еңеү хаты” акцияһы ойошторолған. Уҡыусылар үҙҙәренең хаттарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә теләктәрен яҙа, ғорурланыуҙарын белдерә. Был хаттар барыһы ла гуманитар ылау менән Саҡмағош яугирҙәренә оҙатыла. Беҙ барғанда Саҡмағош ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларын да тап ошо изге хатты яҙған мәлдәрендә тап иттек. –Беҙҙең күңелдә - яугирҙәр өсөн ғорурлыҡ тойғолары. Хаттарыбыҙ менән уларҙың рухын күтәрергә тырышабыҙ. Улар үҙҙәре генә түгел, беҙ уларҙы онотмайбыҙ, улар