Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан дүрт награда яуланы

Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге командаһы Бөтә Рәсәй хеҙмәтте һаҡлау аҙналығы сиктәрендә үткән Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте форумында наградалар алды. Республика дүрт номинацияла юғары баһаланды: «Клиент ҡиммәттәрен ғәмәлгә индереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн», «Сервистарҙы һынауҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн», «Халыҡ мәшғүллеге үҙәге эшмәкәрлеген һөҙөмтәле мәғлүмәти яҡтыртҡан өсөн» һәм «Халыҡ мәшғүллеге өлкәһендә һаҡсыл етештереү буйынса эксперт үҙәктәрен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн». Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ағзалары спикерҙар сифатында саҡырылған. Шулай итеп, Ленара Иванова «Ышаныс биләмәһе» дөйөм панель дискуссияһы сиктәрендә «Хеҙмәттәшлек: Мәшғүллек хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт баҙарының экосистема үҙәге булараҡ» темаһына доклад менән сығыш яһаны. Халыҡ мәшғүллеге республика үҙәге етәксеһе Ридан Әхйәмов мәғлүмәти киңлектә яңы халыҡ мәшғүллеге үҙәге образын формалаштырыуҙа етәксенең роле тураһында һөйләне. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21899/