Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ағиҙел ҡалаһында шундай һоҡланғыс уҡытыусы эшләй

Гүзәлиә Нурлыхан ҡыҙы Ҡариҙел районының Яңы Аҡбүләк ауылында тыуып үҫкән. Әсәһе – бөтә ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған мәғариф ветераны, атаһы мәрхүм балта оҫтаһы була. Гүзәлиә Ғәлиева бала саҡта табибә булырға хыяллана, әммә, яҙмыш ҡушыуы буйынсамы, Нефтекама ҡалаһындағы педагогия училищеһына уҡырға инеп, уҡытыусы һөнәренә эйә булырға тура килә уға. Артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып, юғары белем ала. Шулай ҙа уҡытыусылыҡты һайлағанына һис тә үкенмәй, эшен яратып, күңел биреп башҡара ул. Гүзәлиә Нурлыхан ҡыҙы – сәскә кеүек дүрт ҡыҙҙың әсәһе. Өлкән ҡыҙы Айгөл уның юлын һайлаған: әлеге көндә Нефтекама педагогия университетының һуңғы курсында уҡыған ҡыҙ быйыл, 1 сентябрҙә, әсәһе эшләгән мәктәптә хеҙмәт юлын башлап ебәрергә лә өлгөргән. Айгөл Салауат ҡыҙы – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ҙур һәм татыу ғаиләнең йәме булып, тағы ла Алһыу, Әлиә һәм Асия исемле ҡыҙҙар үҫә. Бына шундай һоҡланғыс уҡытыусы эшләй Ағиҙел ҡалаһындағы Р.К. Холбан исемендәге 1-се урта мәктәптә. Гүзәлиә Нурлыхан ҡыҙын һөнәри байрамы менән ҡотлап, эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, ҡыҙҙарының бәхет-ҡыуаныстарын татып йәшәүен теләйбеҙ! Фотолар: Г. Ғәлиеваның шәхси альбомынан.