Башҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса интеллектуаль транспорт системаларын ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә Өфөнөң магистраль урамдарында хәрәкәттең уртаса тиҙлеге 14 процентҡа артты. Проекттың беренсе этабын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостандың баш ҡалаһы юлдарында 50 светофор ҡуйылды һәм Юл хәрәкәте менән идара итеү үҙәге ойошторолдо. 2023 йылдың аҙағына тиклем Өфөлә тағы 51 «интеллектуаль» юл саты буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә баш ҡалала 415 светофор объекты яңыртыласаҡ. Проект өс этапта, 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыла. Уны тормошҡа ашырыуға бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Уларҙың 650 миллион һумдан ашыуы - федераль бюджеттан һәм 470 миллион һумы - республиканан. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21896/