Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аварияла ике кеше һәләк булған

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Әлшәй районында ике кеше һәләк булған юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай. Авария бөгөн, 5 октябрҙә, төнгө сәғәт өстә Стәрлетамаҡ - Раевка автомобиль юлының 70-се километрында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 16 йәшлек үҫмер "Hyundai Creta" автомобилендә юлдан ситкә сығып китеп, түңкәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, 13 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк була. Ике 19 йәшлек егет, пассажирҙар, дауаханаға оҙатылған. Бер аҙҙан тағы бер пассажир урындағы дауахананың реанимация бүлегендә вафат булған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына республиканың ЮХХДИ идаралығы етәкселеге лә барған. Ваҡиға шарттары асыҡлана. Фото: @bash_gibdd.